

Бөтөн бәләләрҙә улар ғәйепле – юл, һыу, ут, сүп, ҡырағай мал... Проблемаларын һанап та бөтөрлөк түгел. Барыһы өсөн яуаплы һымаҡтар, ә аҡса юҡ. Киләһе йылда тағы ла ҡыйыныраҡ буласаҡ – район бюджетын 40 миллион һумға ҡырҡалар. Шуналыҡтан, Зәк-Ишмәттең башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов бик иртә, көтмәгәндә яҡты донъяларҙы ҡалдырып киткәс, был вазифаға зәктәр кемде ҡуйыр икән тип баш ваттыҡ (ысынында, зәктәр түгел инде, район хакимиәте, кемделер табып, өгөтләп, димләп, ҡуялар – депутаттар ҡул күтәрә). Мәғәфүр Бәширов килде башлыҡ вазифаһына. Беҙ уның менән шунда уҡ күрешеп, хәл-әхүәлен белештек: нимә уйлап килдегеҙ, Мәғәфүр Әхнәфович?
Интервью гәзиттә баҫылды.