Йәшәйеш
19 Сентября , 05:01

Ҡайҙа киттегеҙ, бәрәндәр?

Теге саҡ силсәүиттәге эшегеҙ барып сыҡманы, ахры. Яҡшымбәт һарыҡтары юлға сыҡҡан, ҡайҙа баралар, өндәшмәйҙәр.

Ҡайҙа киттегеҙ, бәрәндәр?Ҡайҙа киттегеҙ, бәрәндәр?
Ҡайҙа киттегеҙ, бәрәндәр?

Яңыраҡ, күмәкләшеп, силсәүиткә барған инеләр («Юшатыр»ҙа баҫылды - Бөгөн ял, силсәүит эшләмәй), малдар көндәрҙең иҫәбен беләме ни – ял көнө ине, етмәһә, башлыҡ үҙе отпускыла. Шул саҡ йомоштарын йомошлай алмай, әллә дөрөҫлөк, ғәҙеллек эҙләп, оло юлға сыҡҡандар. Район башлығына түгелдер ҙә? Бастрыкинға? Бәрән баштар бер ҡатлы заттар, ҡайҙа барһалар, кемгә әйтһәләр ҙә, барыбер ялыуҙарын ошо силсәүиткә төшөрәсәктәр икәнен белмәй, власҡа ышаныстары көслөлөр, моғайын, юғиһә, былай уҡ етди аҙымҡа бармаҫ инеләр.
Әллә ауылды, барыһынан биҙеп, төңөлөп, бөтөнләй ташлап китергә самаланығыҙ? Инде һеҙ ҙә китһәгеҙ, эштәр харап, былай ҙа ауылда йәшәр кеше көндән-көн кәмей.
Ҡуйығыҙ, туғандар, донъя әле ҡайҙа ла бер, Тыуған ерҙән туйған ер яҡшы тиһегеҙме икән, сит яҡтарҙа һеҙҙе береһе лә ҡолас киреп ҡаршы алып тормаясаҡ, ә һунар итеүселәр күп булыр. Бүреләр. Дүрт аяҡлыһынан бигерәк, ике аяҡлылары яман. Боролоғоҙ!

Ошо уҡ һарыҡтар тураһында: Бөгөн ял, силсәүит эшләмәй

Автор:
Читайте нас