Йәшәйеш
28 Сентября , 02:15

Алкаш мулла була аламы?

Күмертау менән Көйөргәҙелә ундайҙар бармы?

Алкаш мулла була аламы?Алкаш мулла була аламы?
Алкаш мулла була аламы?

Аҙна аҙағында беҙгә  Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин килде. Ҡалала булды, районда Яҡшымбәт, Түбәнге Бабалар ауылдарында бик күркәм сараларҙа ҡатнашты. Шунда, беҙҙең ҡарашҡа, бик уйланырлыҡ һүҙҙәр әйтте.

- Мин республиканың ҡайһылыр ауылына имамды тәғәйенләйем икән, бик йыш артынса ялыуҙар яуҙыра башлайҙар – һеҙ кемде ҡуйҙығыҙ, беләһегеҙме, ул алкаш бит, башын да күтәрмәй эсте йәки ул бит ҡараҡ, колхозды һатып бөттө һ.б. һ.б. Һорайым: арағыҙҙа бер гонаһы булмаған изге кеше барма – юҡ. Дини белемле кеше, бәлки, барҙыр? Юҡ. Бәлки, кемделер, быныһынан яҡшыраҡ кешене, имам итеп күрәһегеҙҙер- юҡ. Һуң, шулай булғас, ниңә килдегеҙ?

Айнур Азамат улының һүҙҙәрен ҡеүәтләп, үҙебеҙҙең имам-мөхтәсиб Айнур хәҙрәт Ҡәҙимов та бер ғирбәтле тарихты һөйләне.

Бер ауылда бер кеше ныҡ эсте. Бер ваҡыт мин уны үҙем менән эйәртеп, мәҙрәсәгә алып киттем, ике аҙна уҡып ҡайтты ул. Торараҡ, минһеҙ, үҙе генә китте әлеге мәҙрәсәгә, дингә тамам ултырҙы, эсеүен онотто. Намаҙ уҡып, дин тәртиптәренә буйһоноп йәшәй башланы. Әммә торараҡ һынды – урамда уға ауылдаш ирҙәре, мыҫҡыл итеп: «Рождённый ползать — летать не может» тигән кеүек төрттөргәндәр, әле суфый кеүек йөрөгән булаһың, кем икәнеңде онотма. Бәндәләр араһында үҙенә таяныс, хуплау таба алмағанлыҡтанмы, ул кире шешә янына ҡайтты. Аҙағы аяныслы – ул һуғышҡа китте, һәләк булды, күмдек.... Торараҡ ишетәбеҙ, был кеше яуҙа тиҫтәләгән кешене һуғыш яланынан алып сыҡҡан! Аллаһытәғәллә был донъяла кемдер, исмаһам, бер кешенең ғүмерен ҡотҡарһа, ул бар Кешелекте ҡотҡарған кеүек булыр, ти. Һөҙөмтә: мәсетегеҙгә кем килһә лә, эскесеме ул, ярлы-ябағамы, барыһына яҡты йөҙ күрһәтегеҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа гонаһлы әҙәм заттары, ә тормошта, төрлө сәбәптәр арҡаһында, уңа алмаған, ҡыйырһытылған кешеләр беҙҙең яҡлауға айырыуса мохтаж. Ундайҙар таянысты диндә табырға тейештәр.

Әйткәндәй, Айнур Ҡәҙимов менән был хаҡта алдараҡ та һөйләшеү булғайны.

- Иң шәп мулла – элек үҙе ныҡ ҡына эсеп, туҡтап, дингә килгән кешелер, ул тормошто тәрәнерәк аңлай, башҡа бисараларҙың хәлен яҡшыраҡ белә.

Имам-мөхтәсиб беҙҙең менән килешкәйне.

Айнур Бирғәлин беҙҙең районға әле яңы имамдар ҡуйып китте, бөтәһе лә уңған, абруйлы кешеләр. Хәйер... Быныһы ныҡ мөһимме икән – һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Алдараҡ:  Көйөргәҙе районында буш ҡәберҙәр арта.

Автор:
Читайте нас