

Мәктәпте тамамлағанға 20 йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, ул шулай уҡ алсаҡ, йөҙөнән йылмайыу китмәй.
Был йылмайыулы ҡарашлы егеттең рух ныҡлығы, ҙур ихтыяр көсө генә утлы ғәрәсәтле, аҙым һайын үлем ҡурҡынысы һағалап торған ауырлыҡтарҙы, еңеп сыға алған оло йөрәкле кеше икәнлегенә инанаһың.
Үҙенең матур моңло йырҙары менән районыбыҙҙа билдәлелек яулаған элекке уҡыусым Рузитҡа йөҙҙәренән бер ҡасан да йылмайыу китмәһен, тормоштары шатлыҡлы ваҡиғаларға бай булһын, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ теләйем.
Мәҙинә Ғәббәс ҡыҙы НИҒМӘТУЛЛИНА, Күмертау ҡалаһы
Алдараҡ: Ҡартаймаһын әсәләр