Йәшәйеш
3 Октября , 02:13

Ҡартаймаһын әсәләр

Яуҙан ҡайтҡан был һалдаттың ошо йырын беренсегә тыңламайбыҙ, әммә, ишеткән һайын, тыныс ҡалып булмай, хатта ирҙәрҙең күҙенән дә йәштәр сыға.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡартаймаһын әсәләрҠартаймаһын әсәләр
Ҡартаймаһын әсәләр

Рузит Әхмәтов - Көйөргәҙе егете, тыумышы менән Кинйә Абыҙ ауылынан, Кинйәбайҙа йәшәй (хәҙер Күмертауға күсте тиһәң дә була). Беҙ уға әйткәнебеҙ булды: бәхетең бар, Рузит, иҫән ҡайттың (һалдатта өс контузия).

Өс сабыйы, ҡатыны янында, бына әле, рәхәтләнеп, яҙ-йәй-көҙҙәрҙең матурлығын, тормоштоң йәмдәрен күреп, тәмдәрен татып йәшәй, шөкөр. 

Ҡартайма әле, әсәй, ҡартайма әле,
Һин бит беҙҙең йөрәк йылыһы.
Үтте ғүмерҙәр, тип ҡайғырма әле,
Беҙгә бит әле гөрләп йәшәйһе.

Ермолаевола яңыраҡ ҡына үткән "Ҡайтауаз" вокалистар конкурсында йәнә ошо йырҙы йырланы. Сәхнәгә сығыр алдынан беҙгә "Беренсегә йырламайым, ә бөгөн әллә ниңә тулҡынланам" тине. Уныһы ла барҙыр, йырҙы йөрәктән үткәрә һалдат, Әсәнең ҡәҙерен тап уның кеүектәр нығыраҡ аңлай. Беҙ ҙә тыныс ҡала алманыҡ, иламаҫ ерҙән иларһың, күпме әсәләр бөгөн ваҡытынан алда ҡартая.

Бөтөн әсәләргә лә малайҙарын яуҙан көтөп алырға яҙһын ине, Рузит кеүек, һәммәһе, бөп-бөтөн, иҫән-һау ҡайтып төшһөн. 

Ошо уҡ темаға алдараҡ: Төҙәлмәйсә ҡалды яралар 

Егеттәр һуғышып йөрөгәндә өйҙә нисек тыныс ултыраһың инде?

Автор:
Читайте нас