

Илнар Ишбирҙин хаҡында. Әрмелә йөрөп ҡайтҡайны, Омск ҡалаһында хеҙмәт итте егетебеҙ. Ҡайтҡас, аҙыраҡ тын алып, ял итеп, иркенләп йәшәп алыр тиһәк... Бындай егеттәрҙе тик кенә, яңғыҙын ғына йөрөтәләрме ни - Илнар өйләнеп тә өлгөргән. ВДВ-ла хеҙмәт иткән баһадир үҙенә тап килеп кенә торған һылыуҙы иш иткән. Елена. Исеме! Яҡты, йылы ҡояш тигәнде аңлата. Йәштәр өсөн ҡыуанып, уларҙы ҡотланыҡ, бөгөнгө байрам менән дә, бер-береһен табыуҙары менән дә. Ғүмер ҡояшығыҙ мәңге һүнмәһен, үҙегеҙҙе лә, туғандарығыҙҙы ла йылытып, яҡтыртып торһон. Бәхетле булығыҙ, йәштәр!