

Бәрәкәтле ямғыр аҫтында булған тантаналы белем байрамында, 10 ейән-ейәнсәрле өләсәйгә, миңә лә ҡатнашырға насип булды, сөнки игеҙәк ейәнсәрҙәрем Риана менән Лиана 1-се синыфҡа, ә шуҡ ҡына ейәнем Айсар 3-сө синыфҡа килделәр, Айназ, Ралина ейән-ейәнсәремдә ошо мәктәптә белем алдылар. Балаларым, атай-әсәйҙәренә рәхмәтлемен, ейән-ейәнсәрҙәремде башҡорт мәктәбендә уҡытыуҙарына. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ башҡортса һөйләшәләр, төрлө яҡлап башҡорт рухи яҡтан тәрбиә алалар...
Яңы уҡыу йылында ла уңыштары дауамлы булһын - тигән, теләктәмен.
Рәйлә АҠҺАРОВА, Яҡшымбәт ауылы.