Все новости

Бәхетле бул, балаҡай!

Бынан өс йыл элек үк уның менән таныштыҡ.

"Юшатыр"ҙың Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған Түңәрәк өҫтәлендә ҡатнашҡайны ул. Һушты алды ул саҡ был бала, бәләкәй тимәҫһең, фекерләүе ололарса, ә телде ҡалай шәп белә! Телмәре ныҡ үҫешкән, лексикаһы бай, башҡортса шулай итеп һөйләште - иҫтәр китте. 
Билал Ғабдуллин. Күмертау ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге прогимназияһында белем ала бөгөн. Үҙе диндә. Билалды күргән һайын, уны тупылдатып яратҡы ғына килеп тора, матур малай булғаны өсөн генә түгел, аҡыллы, инфсалы булғаны өсөн дә. Видеола тап ул - Билал Ғабдуллин. 
Үҙең уҡыған доғаларың барыһы ла ҡабул булып, әллә нисә йылдар үткәс, беҙ тағы ла нығыраҡ һинең менән һоҡланып, һинең өсөн ғорурланып ултырырлыҡ булһын, Билал. Әсәйеңдең дә, милләттең дә бәхете булып үҫ, балаҡай. 
Автор:
Читайте нас: