Күптән кәрәк ине тип шатланды ололар, беҙ уҡығанда бөтәһенә өйрәтеп үҫтерҙеләр, хәҙерге балалар, юғиһә, сөй ҡағырға ла эшкинмәй.
Башҡа мәктәптәрҙә нисектер, Күмертауҙың М. Рәхимов исемен йөрөткән БРГИ егеттәренең белмәгән һөнәре юҡ, был уҡыу йортонда бөтөн балаларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтерәләр.
Үткәнендә,
БРГИ тантанаһында, гимназия директоры иң тәүгеләрҙән булып ошо егеттәрҙе маҡтап, бүләкләп китте - Ғәлләмов Руслан, Мөхәмәтшин Рөстәм, Эргешов Аслан. Баҡһаң, был егеттәр йәй буйы гимназияларында эшләгәндәр, ололарға ярҙам итешеп йөрөгәндәр.
Афарин, ҙур булып үҫкәс, тормошта тағы ла ҙурыраҡ уңыштар ҡаҙанып, хеҙмәт алдынғыһы булып танылып, гел маҡталып йәшәргә яҙһын, егеттәр!