Все новости

Күтәреү

Әллә ҡайҙан килеп сыҡты.

Күтәреү
Күтәреү
- Абзый , - тип ҡосаҡлап алды. Сибек, бәләкәс кенә үҙе, ә ҡосағы көслө, күтәргәс, билде хатта аяҡтары менән уратып алды.
Был ни ғәләмәт, ҡайҙа барма, ниндәйҙер бала килә лә ҡосаҡлай башлай - ғәжәп иттем. Әммә ҡаушау, ҡурҡыу булманы - ауылдан киткәнгә әллә нисәмә йыл үткән, эҙҙәр һыуына башлаған.
- Минең малай ул, Малик абзыйҙы күрәм тип килде, - Айҙар Дәүләтшиндең балаһы икән, үҙенә оҡшап, бик етеҙ, үткер малай, сыҡһа, бына ошондайҙарҙан сыға. 
Илназды тотоп алып та булмай, бер урында тора белмәй, ғәмһеҙ, бар донъя Яманһарыһына тоташҡан, Яманһары - Ер тотҡаһы тип йөрөгән мәле. 
Атайың-әсәйеңдең, бөтөн туғандарыңдың, ауылдың, илдең наҙы булып үҫергә, йәшәргә яҙһын һиңә, балаҡай. Ҡосаҡҡа алыр бер кем дә ҡалмаған йәштә лә, ауылда һин бар, тимәк, Илназ. 
Мин һине күтәрҙем, ә һин күңелемде унан да юғарыраҡҡа - күктәргә тиклем күтәрҙең, рәхмәт. 
Автор:
Читайте нас: