Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
29 Сентябрь 2024, 09:07

Һин миңә, мин - һиңә

Был ҡыҙҙы ҡайҙа күрҙем әле?

Һин миңә, мин - һиңә
Һин миңә, мин - һиңә

Шулай була бит, кемделер осратаһың, йөҙө, һыны бик таныш, ә бына кем ул тип һораһындар, үлтер, әйтә алмайһың.
Теге көн шулай булды. М. Исҡужин исемендәге прогимназияның юбилейы тип сабыулап йөрөгән мәл, мәктәп тулы кеше, төрлөһө - йәше-ҡарты бар. Ул әллә ҡайҙан уҡ күҙгә салынды, әлеге һорау мейене борауланы: кем, ҡайҙа күрҙем?
...БРГИ-ны, ремонттан һуң асҡанда ул булғайны бит, Айгүзәл Хисмәтова, Ариста эшләй. Аҡһары ауылы ҡыҙы. Теге саҡта бөтәһен төпсөшөп, белешеп бөткәйнек тә, хәтереңде әйтәйем, онотолған. Бына әле барыһы, ҡылт итеп, иҫкә төштө. 
- Телевидениенан тыш, балалар баҡсаһында эшләйем, Күмертау педколледжын тамамланым, әле Стәрлетамаҡта, университетта уҡыйым - тине Айгүзәл. Сибәр булыуы өҫтөнә, егәрле, етеҙ ҙә икән, ике ергә (быларына уҡыуын да ҡуш) өлгөрөп ҡара, сабыйҙар менән эшләүе лә, тележурналист булыуы ла еңел һөнәр түгел.
Ул беҙҙән интервью алды. Беҙгә лә бир тинек. Бирҙе. Һин миңә, мин -һиңә.
Ҡабаланып китеп барҙы, кем журналистиканы аҙмы-күпме белә, шул аңлар. Артынан һоҡланып ҡарап ҡалдыҡ - ай-һай, гүзәл ҡыҙ, исемен ата-әсәһе белеп ҡушҡан икән. Тормош юлың да шулай уҡ матур булһын, Айгүзәл.

Автор:
Читайте нас: