Бөтә яңылыҡтар

Биш битлек теләк

Бөгөн район үҙәге ваҡиғаларға бай булды.

Биш битлек теләк
Биш битлек теләк

Барыһы менән бергә әле барған Йәштәр форумы тураһында ла әйтергә кәрәк.

Элек тә булды был форумдар, мәҙәниәт һарайында ла, асыҡ һауала ла. Форумды үткәреүҙең маҡсаты бер: йәштәр, ҡайтығыҙ районға!

Быныһының да шиғары ошолай уҡ. Район башлығы Лира Тереғолова бөгөн үтә ныҡ хисле:

- Һеҙ миңә форум алдынан биш битлек теләктәр яҙған инегеҙ. Элек тә әйтә килдегеҙ, теләктәрҙең береһе -бассейнды асығыҙ, төҙөп бөтөгөҙ ине, бына, ул бөгөн эшләнде, бассейн асылды, - тине йөрәкһегән башлыҡ, - һеҙҙән артабан да теләктәр генә түгел, төрлө идеялар хаҡында ишетке килә, аңлағыҙ: мин бер үҙем бер нимә лә эшләй алмайым. Ярҙамға һеҙ – йәштәр – кәрәк.

Йәш-елкенсәк үҙҙәренең проектары менән сығыш яһаны, районды нисек, ҡайһы тармаҡта үҫтерергә була. Шуныһы ғына: бындай ялҡынлы телмәрҙәрҙе, һүрәттәр, схемалар төшөрөлгән проекттарҙы күп күрҙек, бынан ары улар ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын ине. Биш бит түгел, йөҙ бит яҙ – һеҙ булмаһағыҙ,  егеттәр-ҡыҙҙар, беҙҙең киләсәк юҡ.

Автор:
Читайте нас