Бөтә яңылыҡтар

Әхәт Мортазин кеүек дикторҙар үҫеп сығыр тип ышанам

“Диктор тауышы” – уникаль проект.

Әхәт Мортазин кеүек дикторҙар үҫеп сығыр тип ышанам
Әхәт Мортазин кеүек дикторҙар үҫеп сығыр тип ышанам

6 февралдә Әхәт Мортазинға 67 йәш тулған булыр ине. Ошо көндө “Диктор тауышы – 2026” конкурсы еңеүселәре Учалы ҡалаһының 9-сы полилингваль күп профилле мәктәбендә конкурсты йомғаҡлау тантанаһына йыйылдыҡ. Бәйгегә Күмертау ҡалаһының М.Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ уҡыусыһы, ҡустым Әнүәр Вахитовты ла саҡырҙылар.
Сараны Учалы ҡалаһының 9-сы полилингваль күп профилле мәктәбе уҡыусыларының сағыу бейеүҙәре, моңло йырҙары, ҡурайсылар ансамбле йәмләне. Әнүәр Вахитов “Көйөргәҙе” ҡобайырын, “Уралым” йырын башҡарҙы. Әнүәрҙең йырлағанын ныҡ яраттылар. Шулай уҡ унда Ә. Мортазиндың тормош иптәше, улы, туғандары ҡатнашты.
Мин мәртәбәле конкурста 3-сө урынға лайыҡ булдым. Был бәйгелә ҡатнашыуыма ҡыуанам, мине әҙерләүсе, ҡанатландырыусы уҡытыусыларым Зөһрә Сабир ҡыҙына, Гөлдәр Шәфҡәт ҡыҙына, видеояҙма эшләгән Айгөл апайыма, Учалыға барғанда ла, ҡайтҡанда ла эргәмдә йырлап ҡайтҡан Әнүәр ҡустыма, әлбиттә, беҙҙе иҫән-һау йөрөтөп алып ҡайтҡан Йәүҙәт олатайыма сикһеҙ рәхмәттәремде еткерәм...

Айҙар МӨХӘМӘТШИН, Илкәнәй мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы

Айҙарҙың хаты тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас