Баланың ҡыуанғанын күрһәгеҙ!

Атаҡлы яҡташыбыҙ Альберт Юлдыбаев иҫтәлегенә арналған ҡурайсылар конкурсында "Юшатыр"ҙың махсус бүләге кемгә эләкте?

Баланың ҡыуанғанын күрһәгеҙ!Баланың ҡыуанғанын күрһәгеҙ!
Баланың ҡыуанғанын күрһәгеҙ!

Тимур Молоземовҡа. Күмертау егете ул, кәүҙәгә бәләкәй генә булһа ла, шулай итеп һыҙҙырҙы ҡурайын (янында Фаил Кәримов абзыһы баянда уйнаны, Тимурҙың етәксеһе Вәли Фәритов), сәхнәлә ҡурай класында 4 йыл уҡыған бала түгел, ә Альберт абзый үҙе уйнай икән тиерһең.
Т. Молоземов дипломант та булды- 4 урынды яуланы, беҙ, өҫтәп, үҙебеҙҙең грамотаны, ҡушып, аҙыраҡ аҡсаһын да бирҙек.
- Баланың ҡыуанғанын күрһәгеҙ!- абзылары беҙҙе һуңынан шулай тип һөйөнсөләне, - Гран-При отҡандай тойҙо үҙен. 
Тимурҙың ҡыуанысын белгән беҙ, унан да нығыраҡ ҡыуанабыҙ (бала күңелен күреүҙән бәхетле булғынғыҙ һеҙҙең дә барҙыр). Маладис, Тимур, ғүмерең киләсәктә үҙең тартҡан ҡурай моңондай матур, моңло, оҙон булһын.  

Автор:
Читайте нас