Был ун көнлөк сәйәхәт беҙҙең өсөн, студенттар өсөн, уҡыу сараһы ғына түгел, ә мәҙәниәт һәм тәбиғәттең үҙенсәлекле донъяһына тәрән сумыу булды. Сәйәхәтебеҙ башта үҙебеҙҙең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт Дәүләт педагогия университетында башланды, унда һайлап алыу туры үтте. Йомғаҡтар буйынса 6 студент Аҡмулла университетының һәм Башҡортостаныбыҙҙың данын яҡлау өсөн финалға сыҡты һәм Алтай Республикаһында үткән һуңғы турға барыу мөмкинселеген алды. Ҡаҙағстандың киңлектәре аша үткән тимер юл сәфәребеҙ беҙгә быға тиклем һис күрмәгән ерҙәр менән һоҡланырға мөмкинлек бирҙе.
Алтай еренә аяҡ баҫыу менән үк беҙ урындағы халыҡтың ғәжәйеп ихласлығын тойҙоҡ. Йылы ҡаршы алыуҙары бөтә сәйәхәтебеҙгә күтәренке рух бирҙе. Республиканың баш ҡалаһы менән танышыу барышында тауҙарҙың бөйөклөгө һәм тәбиғәттең гүзәл күренештәре беҙҙе таң ҡалдырҙы.
Сәйәхәтебеҙҙең үҙәк ваҡиғаһы — Таулы Алтай дәүләт университеты базаһында уҙған «Филология. Рәсәй халыҡтары телдәре һәм әҙәбиәттәре (Алтай телдәре ғаиләһе)» йүнәлеше буйынса Бөтә Рәсәй студенттар Олимпиадаһында ҡатнашыу булды. Төбәктәр араһында Тыва, Саха-Якутия, Хакасия, Башҡортостан, Алтай, Ҡырғыҙстан һәм башҡа Республикалар ҡатнашты.
Берҙәм дәүләт имтиханы форматында үткән дүрт сәғәтлек һынау тулы иғтибарҙы һәм тәрән белемде талап итте. Үҙемде яңынан өс йыл элек яҙған имтихандарҙағы кеүек итеп хис иттем. Алтай мәҙәниәте һәм йолалары менән танышыу беҙҙең өсөн тәрән шәхси тәжрибә булһа ла, төп маҡсат — ул еңеү ине. Һәм беҙ ошондай һөҙөмтәләр менән ҡайттыҡ:
Аҡмулла университеты командаһы ҡатнашыусы төбәктәр араһында дөйөм команда зачетында II урынды алды.
Бөтә Рәсәй кимәлендәге шәхси беренселектә бөтә ҡатнашыусылар араһында мин III дәрәжә дипломына лайыҡ булдым.
Олимпиаданың көсөргәнешле этабынан һуң беҙҙе төбәктең мәҙәни мираҫы менән танышыу көттө.
Урындағы музейҙар һәм китапханалар беҙгә илебеҙҙең башҡа ҡиммәттәрен, йолаларын һәм көнкүрешен асты.
Сәйәхәтебеҙҙең бер өлөшө Онгудай районында үтте. Унда беҙ беҙ марал сәскәһе атыуына арналған «Чике-Таман яҙы» республика фестивалендә ҡатнаша алдыҡ. Был масштаблы сарала тәбиғәт бөтә матурлығын күрһәтте, һәм беҙгә башҡорт мәҙәниәтен танытыу мөмкинлеге бирелде. Беҙ университетыбыҙҙә үҙебеҙ шөғөлләнгән «Дан» халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарынан «Өфө йәштәре» бейеүен башҡарҙыҡ, республикабыҙҙың байлығын һәм үҙенсәлеген Бөтә Рәсәй кимәлендә ғорурлыҡ менән күрһәтә алдыҡ тиһәм, яңылыш булмаҫ тип уйлайым.
Алтайҙағы көндәребеҙ яңы тәьҫораттар менән тулыланды. «Ҡалбаҡ-Таш петроглифтары» Бөтә Рәсәй фәнни экспедицияһы айырыуса әһәмиәткә эйә булды. Факультетта боронғо яҙмаларҙы тәрән өйрәнгән студенттар өсөн быуаттар элек табылған артефакттар менән йәнле танышыу баһалап бөткөһөҙ тәжрибә булды. Дөрөҫөн әйткәнда минең бигерәк иҫем китте. Үҙ күҙҙәрем менән күрә алыу ысынлап та ғәжәйеп хәл.
Ун көнлөк еңеүле сәйәхәтебеҙ тамамланды, ул үҙенән һуң сағыу иҫтәлектәр һәм тәрән белемдәр ҡалдырҙы.
Мин университет етәкселегенә, ректорыбыҙ Сәғитов Салауат Тәлғәт улына һәм тыуған башҡорт филологияһы факультетына, деканыбыҙ Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙына үҫешебеҙ өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырғандары һәм ярҙам иткәндәре өсөн оло рәхмәтемде еткерәм! Шулай уҡ ҡәҙерле уҡытыусыларым Хәбибуллина Зөләйха Әхмәт ҡыҙына, Әлибаев Зәки Арыҫлан улына, Толомбаев Вадим Зәйнулла улына, Шаһапова Гөлкәй Рәхимйән ҡыҙына һәм Ғәлина Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙына йөрәгемдән сыҡҡан сикһеҙ рәхмәттәремде еткергем килә. Тик һеҙҙең өгөт-нәсихәттәрегеҙ һәм тәжрибәгеҙ генә беҙгә был бейеклеккә өлгәшергә ярҙам итте!
Айырым рәхмәтемде беҙҙе үҙ ҡанаттары аҫтына алып, ҡурсалап, бар ерҙә лә ярҙым итеп йөрөтөп алып ҡайтҡан, беҙҙең яратҡан етәксебеҙ — Хурамшина Азалия Рәфҡәт ҡыҙына еткерәм.
Яратҡан Аҡмулла университетына бөтә донъяны асыу мөмкинлектәре өсөн рәхмәт!
Айгизә БИКМАЕВА, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының 3-сө курс студенты