

Көйөргәҙенән Әнүәр, Күмертауҙан - "Зоренька" ансамбле ҡатнаша тип алдан уҡ хәбәр иткән инек. Был байрам башҡалала бер нисә көн дауамында барасаҡ, фольклориада сиктәрендә саралар бихисап, беҙ үҙебеҙҙекеләр өсөн йән атып ултырабыҙ. Һәм күрәбеҙ: Ә. Вахитов байрамға барып та етмәгән, ә уның ҡап уртаһында йөрөп тә ята. Юҡҡа түгел, Әнүәр - иң нурлы, иң яҡты тигәнде аңлатҡан исем, барыһы ла уға ылығып бара, артист малайыбыҙ бөтәһен үҙенә тарта, күрәһең. Был конкурста, әйткәндәй, илдең 80 төбәгенән килгән меңдән ашыу бала ҡатнаша.
Фольклориадала ҡала ансамбленә, Әнүәргә беҙ уңыштар теләйбеҙ, нурығыҙҙы бөркөп, бөтәһен артта ҡалдырып, еңеп ҡайтырға яҙһын.