

4 августан 6 августҡа тиклем Йылайыр районында Республикабыҙ йәштәре өсөн эшләнелгән «Zа единство –Zа берҙәмлек» форумы үтте.
Өсөнсө тапҡыр беҙҙең фестиваль Башҡортостандың Урал Аръяғында төп күсмә майҙансыҡҡа әүерелде — республиканың бөтә мөйөштәренән һәләтле йәштәрҙе: уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы, активистарҙы һәм лидерҙарҙы, шулай уҡ эшләүсе йәштәрҙе һәм Башҡортостан тамырҙарына таянып юлын дауам итеүселәрҙе берләштергән ваҡиға.
Форум Республиканың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан 500-гә яҡын ҡатнашыусыны йыйҙы. Бында йөрәк саҡырыуы буйынса беренсе тапҡыр килгәндәр ҙә, был ҙур һәм ысын мәғәнәһендә йылы фестивалдең бер өлөшө булыу өсөн яңынан ҡайтҡан йәштәр ҙа бик күп.
Форумды ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә төп ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте Министрлығы һәм Йылайыр районы Хакимиәте ҙур роль уйнаны.
Быға тиклем үткән йылдарҙа мин форумға ҡатнашыусы булараҡ ҡына бара торғайным. Ә быйыл инде ойоштороусылар араһында форумдың бер өлөшө булыу бәхетенә ирештем. Был минең өсөн мөһим аҙым һәм яңы тәжрибә булды: ваҡиғаны тамашасылар залынан ғына түгел, ә эс яҡтан ҡарап, беҙҙең команданың эше сикһеҙ ҙур икәнен, унда һәр ҡарар дөйөм тәьҫоратҡа йоғонто яһағанын бик яҡшы аңлап була.
Форумда мин алып барыусы булараҡ бөтә сараларҙы һәм концерт программаларын алып барҙым. Фестивалгә икенсе яҡтан ҡарау айырыуса ҡиммәтле булып сыҡты-был миңә атмосфераны, мәғәнәне һәм масштабты тәрәнерәк аңларға ярҙам итте.
Әйткәндәй, бөтә программалар араһынан икәүен беҙ Ильнур Рамазанов менән бергә алып барҙыҡ. Шулай килеп сыҡты, Беҙ икебеҙ ҙә – Көйөргәҙе районынан һәм яҡташтар булараҡ форумды алып барыу ысынлап тап та бик шәп тип уйлайым.
Ҡатнашыусыларҙан бәйләнеш алыу айырым ҡыуаныслы булды. Ҡайһы бер мәлдәрҙә йәштар программаларҙан һуң килеп, рәхмәттәр әйтте һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Ҡатнашыусыларҙың бындай һүҙҙәре йөрәктә ғөмүмән оҙаҡҡа ҡала.
Сара ҡунаҡтары араһында мәҙәниәт, спорт, медиа һәм сәйәсәт өлкәһендәге билдәле эксперттар, шулай уҡ махсус хәрби операция геройҙары ла булды. Ҡатнашыусылар төрлө белем биреү һәм интерактив майҙансыҡтарҙа булды. Бар ерҙә лә әүҙем, ҙур теләк белдереп ҡатнаштылар. Ҡатшыусыларға барыһы ла оҡшаһын өсөн беҙ бик күп көс һалдыҡ. Форум улар өсөн бай программа ғына түгел, ә ысын илһам да булды һәм һәр кем үҙе менән яңы белем, файҙалы танышыуҙар һәм киләсәк эштәргә көс алды, тигён ышаныста ҡалабыҙ.
Ошо уҡ темаға алдараҡ: Илкәнәйҙән өсәүбеҙ