

- “Юшатыр”ҙа конкурс барғанын күргәс тә, ейәнем Уралдың да фотоһын ебәрерә булдым. Ул ғаиләлә өсөнсө бала. Апаһы Алтынайҙан, ағаһы Даниярҙан өлгө ала ул. Үткер, иртә һөйләште, телгә бай малай. Йырларға, бейергә ярата, шиғыр һөйләй. Ҡалалағы “Айгөл” балалар баҡсаһына йөрөй. Унда үткән төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Бәләкәй булһа ла ҙур ярҙамсыл ул: ауылда баҡсаға һыу һибешә, сепей ҡараша. Ейәнебеҙ беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс, әлхәмдүллиләһ. Малай кеше бит, рәхәтләнеп велосипедта йөрөргә ярата, машина, трактор менән уйнай.
Төрлө конкурстар үткәргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, “Юшатыр”ҙар. Ейәнем еңеүсе булып, бүләк алыуына ныҡ шатланды. Иҫән-һау эшләгеҙ, беҙҙе ҡыуандырғанығыҙ өсөн Аллаһы Тәғәлә үҙегеҙҙе меңләтә һөйөндөрһөн.
Редакциянан: был конкурсыбыҙ “Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең...” тамам. Иң күп тауыш йыйғаны Урал Кинйәғолов булды. Беҙ уға бүләгебеҙҙе тапшырҙыҡ. Был турала саҡ ҡына һуңыраҡ яҙырбыҙ.