Иң ҙур бүләк

Уралға ниндәй тәтәй алырға? Ябай һымаҡ ҡына күренгән һорау бик ҡатмарлы булып сыҡты.

Иң ҙур бүләкИң ҙур бүләк
Иң ҙур бүләк

Беҙҙең үҫкән заманда был сама уйынсыҡ булманы, уйнағаныбыҙ ағас мылтыҡ та, ерҙән тәгәрләтеп йөрөргә тракторҙың елле тәгәрмәсенән яһалған ҡытырмаҡ. Ә хәҙер... Магазинға индең, күҙҙәр ҡамаша, инде нисәмә тиҫтә йәште ҡыуабыҙ, заманса уйынсыҡтарҙы күргәс, ҡыҙ ҙа кит: эх, кеше күреп көлмәһә, әле лә һатып алып уйнар инем. Бала саҡта эләкмәгәнгә  шулай күҙҙе ҡыҙҙыра, морожный менән дә шулай, әйткәндәй, һаман булһа, балаларҙа йәшереп тигәндәй, тоҡсайлап алып ҡайтып ашайбыҙ, кукурузный палочка менән дә шулай.

...Урал Кинйәғолов «Юшатыр» үткәргән конкурста иң күп тауыш йыйған малай, барыһын артта ҡалдырып еңде. Шуға вәғәҙә иткән бүләкте эҙләп йөрөш ине. Таптыҡ. Матур ғына бер машина. Күмертауҙың «Айгөл» балалар баҡсаһында беҙҙе көтәләр, машинаны күтәрҙек тә киттек.

Барһаҡ, ихата тулы балалар, Урал кескәйҙәр төркөмөнә йөрөй икән, Зарема апалары беҙҙе йыраҡтан уҡ күре ҡул болғаны – килегеҙ.

Урал ҡаушап ҡалғандай булды. Бигерәк тыйнаҡ икән, бүләк машинаға килеп йәбешмәне, оялсан ғына йылмайып ҡарап тик тора. Бер ҡыҙ бала Уралдың ҡолағына шыбырлай: Бери! Тотоп, күтәреп тупылдатып ҡына яратыр балалар, эх, хәл генә юҡ, быларҙың барыһына ла бүләк өләшкәндә ҡалай һәйбәт булыр ине! Алды машинаны Урал. Ҡыуанды, күҙҙәре шулай тине.

- Ауылға ҡайтҡың киләме?

- Юҡ.

- Ниңә????- Урал бит ауылда төшкән фотоларын ебәргән ине, беренсеһендә ҡарбуз ашап ултыра, икенсеһендә картуф ҡаҙып йөрөй.

- Унда эш ҡушалар.

Һай, сабый, сабый, эсеңдәге –тышыңда, көлдөрҙөң. Апалары ныҡ маҡтаны үҙен, балыҡҡа йөрөргә ярата, тәбиғәткә ныҡ ғашиҡ егет ул. Арҡаһынан яратып, ҡотланыҡ малайҙы. Ни булғанын ҡапыл ғына аңламағандыр, бәлки, әле ул күпте аңламай, ҙур үҫкәс, төшөнөр, белер – был донъяла иң ҙур бүләк беҙ биргән машина түгел, ә ата-әсәңдең, туғандарыңдың иҫән-һау булыуы. Һәм, әлбиттә, ауылда өләсәйеңдең һине һағынып көтөп тороуы. Ошо бүләктән мәхрүм итмәһен һине, Урал. Ҡотлайбыҙ!

Алдараҡ: Рәхмәт һиңә, "Юшатыр"

Автор:
Читайте нас