+21 °С
Болотло


Күмертау дауаханаһы бер түгел, өс машина ҡыуып алып ҡайтты. Береһе Күмертауҙың үҙенә, икенсеһе - Ермолаевоға, өсөнсөһө Яҡшымбәткә бирелә тип.
Ялтырап торған НИВА машинаһына ҡайтып ял итеп торорға ла ирек бирмәнеләр, шул сәғәттән үк эшкә кереште. Тәүге поход Свободаға булғайны (Ермолаево машинаһы елдерҙе). Бына әле лә беҙгә яҡшымбәттәр фото ебәргәндәр - беҙҙә яңы машина тип, шатланып, ҡысҡырып торалар.