Бөгөн Күмертауҙа Башҡортостан республикаһы Хөкүмәте етәксеһе Андрей Назаров ҡунаҡта. Иртәнән бирле зыҡ ҡубып көттөләр уны, премьер һуңланы. Әммә халыҡ барыбер шат (Андрей Геннадьевич Тыныслыҡ майҙанын ҡараясаҡ, КүмАПП-ла була, тағы бер нисә урынға һуғыласаҡ. Әлбиттә, ЗАГС-ҡа инмәй булдыра алманы юғары ҡунаҡ. Ул килә тип беҙ
алдан иҫкәрткәйнек, кем иҫләй. Яңы ғына ремонт үткән ЗАГС бинаһына килеп инеү менән бар делегацияның күҙе ҡамашты - ялтырап торған бүләмәләр сәбәп булдымы, әллә ныҡ сибәр ҡыҙҙарҙы күреп бер аҙ ҡаушап ҡалдылармы инде.
- Аҙ ғына эш хаҡына тырышып эшләйһегеҙ, афарин, ҡыҙҙар, - тине А. Назаров. Бүләктәр ҙә алып килгән. Ҡыҙ кеше күп кәрәкме ни, ирене лә киттеләр.
Мәҡәлә гәзиттә тулыраҡ бирелер.