Яҡташыбыҙ, хәрби хәрәкәттәр ветераны офицер Радмир Араптанов махсус операция зонаһына командировка барышында госпиталгә медицина хеҙмәткәре Гюрзаны күрергә килгән.
Тыуған яҡтарынан алыҫ, бигерәк тә махсус операция зонаһында, бөтә яугирҙар ҙә бер-береһен яҡын туғанындай күрә.
"Һәр шундай осрашыу ҡиммәтле, һәр береһендә Ватандың бер өлөшө бар, беҙ берҙәмлекте тоябыҙ һәм Еңеүгә тағы ла илһамланабыҙ", - ти икән Радмир.
Уңыштар һеҙгә, ҡәҙерле һаҡсыларыбыҙ! Шатлыҡлы осрашыуҙар күберәк булһын!
Сығанаҡ: https://vk.com/azamat.saifullin1970