Бөтә яңылыҡтар
10
Ҡыуаныслы ваҡиға
31 Декабрь 2024, 09:11

Рима Ибраһимова «Ҡыҙ урлау»ға бара

Рәхәтләнеп ял итегеҙ!

Рима Ибраһимова «Ҡыҙ урлау»ға бара
Рима Ибраһимова «Ҡыҙ урлау»ға бара

2024 йылда уҙғарылған конкурс еңеүселәре

Башҡорт теле көнөнә арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсында Көйөргәҙе районы Ҡотлоюл ауылынан Рима Ибраһимова иң күп тауыш йыйып, тәүге урынға сыҡты!

Ул конкурста үҙенең ижады менән таныштырҙы. Рима Ибраһимова — социаль селтәрҙәр аша күптәргә таныш исем: уның фәлсәфәүи лирикаһын уҡыусылар бик яратып ҡабул итте. Милли рух та ярылып ята уның шиғырҙарында, тәбиғәт менән бергә һулыш алыуы, тормошҡа һөйөүе лә һоҡландырырлыҡ. «Шишмә башы», «Ашыҡмасы, ғүмер» шиғри йыйынтыҡтары авторы ул.

— «Сәләм» телеканалы ойошторған Башҡорт теленә арналған конкурста миңә тауыш биреү маҡсатында янып-көйгән дуҫтарыма, туғандарыма, хатта күреп-белмәгәндәремә лә сикһеҙ рәхмәтлемен. Барығыҙға ла бәхет теләйем! Рәхмәт, «Сәләм» телеканалы! Яңы йыл менән!🌲

Һеҙ барында еңел үтә,
Ауыр мәлдәрем.
Тоям һәр саҡ терәлергә,
Дуҫтар иңдәрен.
Болоттарҙы тараталар,
Алсаҡ елдәрем.
Ай менән йондоҙ балҡыта,
Йылы төндәрем.
Был донъяның матурлығын
Тоя белергә,
Шатлыҡтарҙы уртаҡ итеп
Уйнап көлөргә.
Дуҫтарыма рәхмәт әйтәм
Йөрәк түремдән.
Изге теләктәр юллайым
Ихлас күңелдән! — тип рәхмәтен белдерә шағирә.

Һеҙгә вәғәҙә ителгән бүләк — мәҙәни сараға 2 кешелек билет! Рәхәтләнеп ял итегеҙ! (М. Кәримдең «Ҡыҙ урлау» спектакле)

Автор:
Читайте нас: