Бөгөн уға 90 йәш булып киткән! Үҙе ҡысҡырып әйтмәһә, ышанмаҫ инек,
Рабиға Ильясова әле ҡыҙҙарға биргеһеҙ. Шулай итеп көлөп ебәрә, тәндәр сымырлап китә, көлөүе йәштәрсә. Үҙе лә теремек, үҙенең хөрмәтенә туҫтаҡ күтәргән һәр береһен иғтибарлап тыңлап, кәрәк ерендә һүҙен ҡыҫтырып ултыра.
Яманһарының иң ихтирам иткән апайҙарының (апа тиҙәр, ҡатын-ҡыҙ уҡытыусыларға борондан шулай өндәштеләр) юбилейын туйларға тип, бер төркөм ауылдаштары йыйылды. Бахмут ауылы биләмәһе башлығы Н. Шәрипова ла керҙе - А. Сәйфуллиндан һәм Р. Хәбировтан открыткалар, үҙенән бүләк алып килгән. Йылы, ихлас һүҙҙәр күп яңғыраны хатта йырлап та ебәрҙеләр (оло тип ҡара һин уларға - бөгөндән ҙур сәхнәләрҙә менеп йырлаһалар ҙа алҡыштарға күмәсәктәр үҙҙәрен). Шиғыр уҡынылар:
Рабиға Шәрифйәновна!
Һәр бер көнөң, һәр сәғәтең
Еҙ ҡыңғырау булып сыңланы,
Күпме сабый, һинең күҙгә ҡарап,
Алтын аҡылыңды тыңланы
Рәхмәт тибеҙ һиңә, апа,
Ғүмерҙәрҙең ҡәҙерен белгәнгә,
Ябайлығың, алтын аҡылың менән
Оло булып йәшәй белгәнгә.
Бөгөнгөнләй, киләсәктә лә
Шат, яғымлы булһын йөҙҙәрең,
Бәхет-именлекте юлдаш итеп,
Бар ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең!
Мәҡәлә киләһе һанда гәзиттә баҫыла.