Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
1 Август , 09:37

Һынауҙарға һынмаған

1940 йылдың йәмле август айының беренсе көнөндә Карамат һәм Сәхибямал ғаиләһендә өсөнсө бала булып Фәриҙә исемле ҡыҙ бала донъяға ауаз һала.

Һынауҙарға һынмаған
Һынауҙарға һынмаған

Ғаиләлә дүрт ҡыҙ һәм бер малай үҫәләр. Тормош уларҙы ауырлыҡтар менән һынап-һынап ала, тик улар һығылып-бөгөлмәй. Фәриҙә Карамат ҡыҙы бәләкәйҙән бик тырыш була, уҡыу ҙа уға бик еңел бирелә. Уҡытыусы һөнәренә уҡып сығып, балаларға белем биреү ниәте менән яна ул. Үҙ маҡсатына ирешеп 1962 йылда Яҡшымбәт мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эш башлай. Ғилем, сабырлыҡ, рух ныҡлығы талап иткән һөнәргә ул 30 йыл ғүмерен бирә. Юнир Сәлихйән улы менән матур ғаилә ҡороп, пар аҡҡоштар кеүек 60 йыл иңдәрен-иңгә терәп тормош көтәләр. Балалары Фина, Зөлфиә, Азамат, Салауат, Альбина йорттарын нурға күмеп ата-әсәйгә терәк булып үҫәләр. Бикмаевтар ҡыҙҙарына һәм улдарына матур тәрбиә, төплө белем биреп аяҡҡа баҫтыралар. Уларға гөрләтеп матур-матур туйҙар үткәрәләр. Хәҙер инде Фәриҙә Карамат ҡыҙы 11 ейән-ейәнсәргә, 4 бүлә-бүләсәргә бәхетле өләсәй булып, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәй. 85 йәшенә ҡарамаҫтан гөрләтеп баҡса тултырып емеш-еләк үҫтерә, йорт-ҡураны ла бөхтә тота.
- Беҙ заманына ярашлы тырышып эшләнек...

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: