Все новости
Әрме
28 Апреля , 09:58

Әсә тойғолары

Йәштәр тиҙә үҫә.

Әсә тойғолары
Әсә тойғолары
Ринат тураһында күп яҙҙыҡ,  бәләкәй саҡтан тиергә була, бына ул паспорт ала, бына Олимпиадала ҡатнашып, еңеп тора, бына атаһына бесән әҙерләшә, күҙҙе асып йоморға ла өлгөрмәнек, ул бөгөн әрмелә хеҙмәт итеп тә йөрөй. Һамар өлкәһендә.
Нисек хеҙмәт итә? Был турала кем анығын ғына әйтә ала, әлбиттә, командиры. 
- Өс таған унда улар, - әсәһенең йөҙөндә бына мин ниндәй улан үҫтерҙем тигән ғорурлыҡ сағыла, - Таймаҫтан Инсаф, Йылайырҙан - Айнур. Бер-береһенә терәк булып, хеҙмәт итеп йөрөйҙәр. Командирҙары гел хәл белеп, улымдың да хәлдәре тураһында белдереп, хатта байрамдар менән ҡотлап, шылтыратып тора. Ринатты маҡтап туя алмай, шул тиклем әҙәпле, тырыш егет ти.  Беҙгә, ата-әсә булараҡ, бындай һүҙҙәрҙе ишетеү оло мәртәбә, әлдә улыбыҙ һәйбәт мөхиткә эләкте тип ҡыуанып ултырабыҙ. Ринаттың ҡайтҡанын көтәбеҙ. Һәр атай, әсәйгә беҙ татыған хистәрҙе татырға яҙһын тип теләйбеҙ. 
Автор:
Читайте нас: