Рухиәт
12 Декабрь 2022, 03:11

Свет, камера, мотор!

Ниһайәт, грант аҡсалары эшкә егелде. 

Свет, камера, мотор!Свет, камера, мотор!
Свет, камера, мотор!
Хәтерегеҙҙә булһа, район Пионерҙар йортоноң Ресурс үҙәге етәксеһе Регина Акилова грант отҡан тип бар донъяға шапырынғайныҡ.
Аҡсаны уңлы-һуллы әрәм-шәрәм итеүгә бирмәнеләр, кино төшөрөргә тип тотторҙолар. Һәм бына, күптән көтөлгән һүҙҙәр яңғыраны: Свет, камера, мотор!
Кемдәр актер? Төп ролдәргә кастинг-ғәләмәт үткәреп тороу, унан да бигерәк, ниндәйҙер билдәле артистарҙы саҡырыу кәрәкмәй ине, барыһы ла үҙебеҙҙә - Ермолаево силсәүитендә йәшәй, 300 улар. Һуғыш балалары. Фильм улар хаҡында. Фильмдың тәүге геройы - Просвиркина Ангелина Карловна, һуғыш башланған йылда тыуған инәй. Нимә күргән, нимә кисергән, ғөмүмән, нисек йәшәй, йәштәргә әйтер нимәһе бар - фильмда барыһы ла буласаҡ. 
Әйткәндәй, оператор, ут тоҡандырыусы, тауыш өсөн яуаплы кешеләр ҙә барыһы ла үҙебеҙҙекеләр. Ермолаево коррекцион мәктәп-интернаты балалары. Режиссер? Регина Акилова үҙе, ВГИК-фәлән һымаҡ уҡыу йорттары бөтмәһә лә, бик таланты ҡыҙ, Тарантино йәки Скорсезелар ары торһон.
Премьера мәлен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Уңыштар! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас