Все новости
Юбилейҙар
5 Апреля 2022, 08:18

Ҡыҙҙар ҡаратыр сағың

Нәүғәт Хисмәтуллинға бөгөн 60 йәш тулды. 

Ҡыҙҙар ҡаратыр сағың
Ҡыҙҙар ҡаратыр сағың

Редакциялағы ҡыҙҙар уны гел яратты. Хатта бер-береһенән көнләштеләр ҙә һымаҡ.
- Ауыл хужалығын яҙырға кем бара?

- Мин барам.
- Юҡ, мин барам. 
Мыйыҡлы абзылары янына хет бөтәһен тейә лә алып кит. 
Аграр сектор - ҡатмарлы өлкә, махсус белем алып, әллә күпме был өлкәлә эшләп тә бөтөн нескәлектәренә төшөнөп етмәүең бар, ә ҡайһы бер, һыйырҙы үгеҙҙән, арышты бойҙайҙан айыра белмәгән журналистар тураһында нимә әйтәһең? Шулай ҙа гел уҡталып торҙолар - тегендә Нәүғәт абзылары бар. Шыр наҙан булып барһаң да, уның менән һөйләшкәндән һуң, юғары уҡыу йортон бөткән кешеләй булып сығып китәһең. Яйлап, төбөнә тиклем төшөп, ябай ғына итеп барыһын да аңлатыр. Яуаптан ҡасмаҫ, ҡойороҡто һыртҡа һалмаҫ. Юшатыр гәзите ойошторған Түңәрәк өҫтәлдәрҙә нисә тапҡыр ҡатнашты икән? Буламы - була, был йәһәт кенә килә лә етә. Үтә ныҡ простой инде, аҙыраҡ һаулана ла белмәй. Шул яғы менән ҡыҙҙарҙы, хәйер, барыһын да, үҙенә тартҡандыр ҙа.
Яманһарыларҙың да, олораҡтарының, әйткәнен ишеткән булды: әәәә, Нәүғәтме? Эйе, белемле егет ул, уның атаһы ла, Кәлимулла абзый, төплө аҡыллы кеше ине.
Беҙ Н. Хисмәтуллин тураһында күп яҙҙыҡ, шәхес булараҡ арҡыры-буйына йөрөп сыҡтыҡ, буғай. https://youshatir.ru/articles/danly-ly-ya-tashtaryby/2021-01-19/tura-arausy-1222099      https://youshatir.ru/articles/be-e-g-m/2021-01-22/atayymdan-mira-bulyp-alma-an-1218606
Нәүғәт Кәлимулла улының бөгөн юбилейы. Һаулыҡ һиңә тәү сиратта, абзый, ҡыҙҙарҙы үҙеңә тартып тороп, уларҙы бер-береһенән көнләштереп, тағы ла оҙаҡ йылдар эшләргә-йәшәргә яҙһын. 
Автор:Малик Ильясов
Читайте нас: