Ысынында, Розалиябыҙҙың еңеүен беҙҙең еңеү тип ҡабул иттек,
Р. Назарова "Юшатыр"ҙа әллә нисә йыл эшләп, район-ҡала тормошонда яҡты эҙ ҡалдырған шәхес, талантлы журналист, эшенә
мөҡиббән киткән кеше. Беҙҙең яҡтарҙан икенсе тарафтарға күсеп киткәс тә Ҡырмыҫҡалы районы гәзитенә барҙы. Барҙы ла уртаҡул хәбәрсе булып ултырҙы түгел, талант ҡайһы ерҙә лә талант, уның турала гел маҡтау һүҙҙәре генә ишетеп йәшәйбеҙ, ә кисә ул, республикала дәүләт телдәре үҫеше темаһына яҙған журналист булараҡ, өсөнсө урынды алған!
Жюри нисә эште, нисек ҡарағандыр, беҙҙеңсә, Р. Назарованың яҙғандары беренсе урынға лайыҡ булғандыр тип ышанып ултырабыҙ.
Розалияның үҙен, уның һәләтен белгәнлектән.
Ҡотлайбыҙ, Розалия Ғәли ҡыҙы, тағы ла ҙурыраҡ уңыштарың алда көтөп торһон, профессионал эшмәкәрлегеңдә лә, шәхси тормошоңда ла барыһы ла ал да гөл булып, яҙмыш сәхнәһендә лә гел балҡып баҫып торорға яҙһын.