Бигерәк йәш әле – 1998 йылғы ғына. Бик үкенесле: ул быйылғы яҙҙы күрә алманы.
Андрей Геннадьевич яуҙа һәләк булды. Бөгөн уның менән тыуған ауылында хушлашалар.
Аңға һыя алмаҫ насар яңылыҡ: уны белгән һәр береһе егет иҫән ҡайтыр тип ышанды, Андрей үҙе лә, гел йылмайып йөрөгән егет, минең менән бер нимә лә булмай ул ти ине... Саб-Зиро ине уның ҡушаматы, тәүҙә был ҡушаматтың нимә аңлата икәнен дә белмәнек, әле беләбеҙ: Mortal Kombat уйынындағы ниндзя икән.
Тормош – уйын түгел, әлеге һуғыш та компьютерҙағы алыш түгел. Ҡыҙғаныс, үкенесле, ауыр – телгә бары тик ошондай һүҙҙәр генә килә.
Татьяна Павловна, Ирина Геннадьевна, Сергей Геннадьевич, Андрей Ишмөхәмәтовтың барлыҡ яҡындары, беҙ һеҙҙең ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Был донъяла күреп-татып өлгөрмәгән ләззәттәрен, егетебеҙ теге донъяла татыр, күрер тип ныҡ ышанабыҙ.