-3 °С
Ҡар
Бөгөлсән ауылында, һуғыш башланғаны бирле, ике һалдат менән хушлаштыҡ (береһен Абдул ауылында ерләнеләр). Инде, башҡаса, был ауылға бындай ҡайғы килмәҫ тип өмөт ителә ине. Өмөттәр аҡланманы - Лабыгин Артем вафат булған. Егетебеҙ хаҡында мәғлүмәт юҡ тиерлек, күҙҙалап ҡына әйтәбеҙ: уға 32 генә йәш булырға тейеш.
Беҙ Артем Дмитриевичтың барлыҡ туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.