

Кисә кис кенә ошолай тип шылтыраттылар. Был ара юлдағы мәхшәр хаҡында, ысынлап та, әллә нисә тапҡыр яҙылды, урындағы түрәләрҙән дә, Өфөнөң үҙенән дә яуап алырға маташтыҡ. Бына-бына барыһы ла була, түҙегеҙ тигән мәғәнәлә яуап бирҙеләр. Апайға ошолай тип әйттек (әлбиттә, ҡәнәғәтләндерерлек түгел был яуап).
- Кеше декабрь айында юлға ҡырсын түшәйме (был процесс фотола бар. ред.), ремонт эштәрен ваҡытында өлгөртмәнеләр, кемдер унда халыҡ тураһында уйлаймы-юҡмы? Ҡырсынды ниңә ул сама күп итеп өйгәндәр, машина менән үтерлек түгел, болғай, ә ҡаршыға кемдер килһә, бөттө, йөрәкте ҡуш усҡа ҡыҫып бараһың, бәреп кенә китмәһә ярар ине. Был араны урап үтер инең, кемдеңдер бесәнлеге икәнлеге асыҡланды һеҙҙең төркөмдә, шуға уны тапағы килмәй, юлдың икенсе яғынан төшөп китеп ҡараныҡ - ул юл һөрөлгән баҫыуға алып барып сыға. Ысынлап та, һеҙ яҙғанса, Хоҙай ҡанаттар бирмәгән беҙгә, осор ҙа үтер инек. Мин үҙем, аптырағас, УДХға ла, район хакимиәтенә лә шылтыраттым, улар түҙегеҙ тигән мәғәнәлә яуап бирҙе, теге ҡыш көнө ҡырсын түшәгәндәр менән килешеүҙе өҙгәндәр һәм эште үҙебеҙҙең Юрий Шибинға биргәндәр тип әйттеләр, Юрий Владимирович толковыйға оҡшаған, бәлки, ул тотонһа, әҙәмсә итер ине был юлды, юғиһә, түҙерлек әмәл ҡалманы.
З. Хәсәнова.
Теманың дауамы (инде нисәнсегә!) гәзиттә буласаҡ.
Әйткәндәй, юл проблемаларына бәйле ялыуҙарҙы ЦУРға («Республика менән идара итеү үҙәге») иң күбе Өфө, Иглин, Туймазы, Бәләбәй яҡтары ебәргән, Көйөргәҙенән, Күмертауҙан бер генә лә ялыу юҡ.