

Был юлды былтыр сентябрь башында уҡ тамамларға тейештәр ине, килеп сыҡманы. Тауышы күп булды, эше йүнле булманы. Ошо әле юл буйында өйөлөп ятҡан материалды ташығанда ла ғауғаһы булды - ҙур, ауыр машиналар яңы ғына һалынған асфальтты боҙа.
Ай-вай итә-итә, эште башлағайнылар, әйткәнебеҙсә, булманы был, өлгөрмәнеләр, әле подрядсы менән араны өҙгәндәр, УДХ яңы подрядсы менән ремонтты тамамларға тейеш (ҡасанға тиклем һуҙылыр - баш етмәй). Ә был материалды Бәләкәй Муса ауылы урамдарына түшәргә булғандар...
Был турала тулыраҡ киләһе һанда гәзиттә бирелер.