Бөтә яңылыҡтар
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
26 Август 2023, 16:17

Кеше эҙләйбеҙ

Диоген көпә-көндөҙ, шәм яндырып, кешеләр араһынан Кеше эҙләгән.

Кеше эҙләйбеҙ
Кеше эҙләйбеҙ
Таймаҫтар ҙа, хәс Диоген һымаҡ, кеше эҙләй. Ялсыҡай-Таймаҫ юлы буйлап үҫкән, машиналарға йөрөргә ҡамасаулаған ағастарҙы сабыу өсөн. Кеше күп тә кәрәкмәй, өсәү етә. Ошо өс кешегә арыу ғына аҡса ла түләнәсәк. 30 мең һум! Таймаҫтан кеше таба алмай аҙапланғас, аптырағандандыр, беҙгә лә шылтыратҡайнылар  - юҡмы берәйһе? Зәк-Ишмәт башлығына ла өндәшкәндәр: таба алмайһыңмы? 
Таймаҫ ауылы биләмәһе башлығы табам тип һүҙ биргән. Кеше эҙләү, тимәк, дауам итә. 
Автор:
Читайте нас