Әллә ҡасандан һөйләйбеҙ, беҙ
һөйләй торабыҙ, ә улар, ҡарышҡандай, тағы ла ҙурыраҡ булып, үҫә торҙо.
Ниһайәт, тотонғандар (был юлдың ҡайһы бер участкаһында, ағастар арҡаһында, хатта ике машина бер юлы һыймай башлағайны). Ағастарҙы, алдан вәғәҙә иткәнсә, төбө-тамыры менән алып ташламайҙар, ә остарын ғына киҫәләр. Үтеп барғанда, исмаһам, биткә һуҡмаһын. Әле эште башлағандар, һөҙөмтәһен эштәре тамамланғас күрербеҙ - бит сыйылмаҫмы икән?