Бындай мәртәбәле ваҡиғанан, әлбиттә, беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ. Хәйерсегә ел ҡаршы, көнө бик алама булды ла ҡуйҙы, күҙ асҡыһыҙ буран. Кинйә-Абыҙҙан район ҡоролтайы рәйесе Фәнис Рахманғолов, ни ғиллә менәндер, килеп етә алған ҡалаға, уның машинаһына тейәлдек. Мин, Тамара Малбаева. Тағы ла барырға тейеш иптәштәр бар ине, улары килмәгән – юл юҡ.
Барһаҡ, Күмертауҙан Рима Арыҫланова аптырап йөрөп ята. Күмертауҙар килмәйбеҙ, юл насар тип әйткәндәр ҙә, шағирә шуға бер аҙ бойоҡҡан икән.
Ҡоролтайҙарҙы айырым бер залға йыйҙылар тәүҙә. Сәхнәнән абруйлы кешеләр сығыш яһай...
...Ейәнсура районында бер ауыл «Айыҡ ауыл»да ҡатнашҡан икән. Шул ауылда бары тик бер эскесе ҡалған. Был бахырҙы ауыл халҡы өрмәгән ергә ултыртмай икән, сәсен дә ала, йыуындырып-ҡырындырып та ебәрә – берҙән-берҙәре бит ул. Ҡыҙыл китапҡа индерерлек. Ошо тархиты ла мәрәкә күреп, өлгө итеп, һөйләнеләр.
Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.