

Таҫтамалды, күп осраҡта, һанға ла һуҡмаған кеүекбеҙ, хәжәте сыҡты, тотонабыҙ, хәжәте ҡалманы – эләбеҙ ҙә онотабыҙ. Ысынында, төптән уйлап ҡараһаң, бик ҙур мәғәнә ята таҫтамал эсендә. Кеше тыуғанда ла иң кәрәк әйбер, йәштәр өйләнешкәндә лә унһыҙ булмай, әҙәм балаһы мәңгелеккә күҙен йомғанда ла таҫтамалға мохтажбыҙ.
...Бөгөн Ермолаевола Таҫтамал байрамы бара. Тарихта икенсегә үткәрелә ул (тәүҙә яулыҡҡа иҫебеҙ китә ине).
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә бирелер.