Күп бала атаһы, Ҡотлоюл ауылы егете, яуҙа йөрөй. Бер мәл беҙгә лә һуғылып сыҡҡайны, әлбиттә, район хакимиәтен дә урап үтмәне. Быйыл июль айында район башлығы вазифаһын үтәгән ауылдашына, Урал Ибраһимовҡа, инде. Сәй эсеп, хәл-әхүәл һорашыу ғына түгел ине маҡсаты (Урал Дамир улы бик ҡунаҡсыл, әйткәндәй), фронтҡа машина кәрәк, УАЗ йәки НИВА тип, үтенесен белдергәйне.
Ялдан һуң фотолағы ошо НИВА Денис янына юллана. Үтенесен кире ҡаҡмағандары яҡшы, беҙҙең дә үтенес-теләк бар: ошо машинала, ҡатының, балаларың, ата-әсәң янына елдертеп кенә ҡайтырға яҙһын һиңә, Денис.