Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
29 Апрель , 12:05

Беҙ – ҡунаҡбайҙар бит!

Күмертауҙа «Иман» төҙөлөш компанияһының һатыу офисы асылды

Беҙ – ҡунаҡбайҙар бит!
Беҙ – ҡунаҡбайҙар бит!

Кемдер улар тип, моғайын, һорамаҫһығыҙ – Вилдан Садыҡов һәм уның иптәштәре фирмаһы. Беҙ улар хаҡында яҙған булды- каркас мунсалар төҙөй улар. Ермолаевола. Ә бына бөгөн үҙҙәренең һатыу нөктәһен Күмертауҙа асырға булғандар. Ассортименттары күбәйгән икән, мунсанан тыш, мунса мейестәре, эскәмйә-кәштәләр ҙә өҫтәлгән.

- Бизнес яҡшы бара, беҙҙең мунсаларҙы Башҡортостандың әллә ҡайһы ерҙәренән килеп алалар, Ырымбур өлкәһенән дә заказдар күп. Беҙ нимә менән алдырабыҙ – хаҡтарыбыҙ арзан. Ябай халыҡ өсөн (кешенең матди яғын үҙегеҙ беләһегеҙ) килешле генә. Нигеҙ ҡойорға ла кәрәкмәй, алып ҡайттың – ултырттың. Бер ауылда кемдер алып ҡайтып, мунсаны ҡуйып та өлгөрмәгән, күрше-тирәһе килеп ҡарағас, тура беҙгә йүгергәндәр, шулай итеп ҡайһы бер ауылда беҙҙең әллә нисә мунсала йыуынып-сабыналар хәҙер.

Һатыу нөктәһен тантаналы асыуҙа Ҡоролтай-Дәүләт Йыйылышы депутаты Фәнит Моратбаҡыев, район башлығы Юлай Ильясов (уның кәйефе бик шәп, мине китә был тип һөйләйҙәр, эшләйем әле, тине), район Советы депутаты Ғәйнетдин Мөхәмәтов, район бизнес-шерифы Тимур Иҙрисов, ҡалалағы коллегаһы Ева Зюзякина булды.

- Бына, ағайҙарға рәхмәт. Ғәйнетдин абзый гел янда, гел ярҙам итеп тора, шулай уҡ Абдрахман Сөләймәнов абзыйым да гел янда.

- Бәй, шулай булмай, һеҙ бер тамырҙан бит, егеттәр – Ҡунаҡбайҙан.

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас