+21 °С
Болотло


Теге көн үк Молокан ауылының старостаһы юлға сыҡҡайны, беҙ улай-былай иткәнсе, бараһы еренә барып та еткән. Егеттәр уны күптән үҙ итә, әле лә оҙаҡ күрешмәгәндәй итеп, йылы ҡаршы алған. Гуманитар йөктө ҡайһы берҙәренә тапшырып та өлгөргән, Ермолаево ауылынан Раф, Яңы Морапталдан Нига күстәнәсте алған, ҙур рәхмәттәрен әйткән һәм сәләмдәрен дә еткергән: беҙ ҡайтырбыҙ, туғандар!