Иман
12 Февраль 2025, 12:32

Иртә лә түгел, һуң да түгел

Ҡотлоюлда мәсет асыласаҡ.

Иртә лә түгел, һуң да түгелИртә лә түгел, һуң да түгел
Иртә лә түгел, һуң да түгел
Был ваҡытты - ауыл мәсетен асыу тантанаһын - халыҡ күптән көттө.
Уның нигеҙен 2023 йылдың авгусында һалғайнылар. Был изге эштең башланғанына беҙ ҙә шаһит инек, аҙаҡ көтөү башланды - ҡасан асалар? 
Ашаған белмәй, тураған белә, байтаҡ ҡына мәшәҡәттәре килеп сыҡты, ана асабыҙ, бына асабыҙ тип, көндәр үтә торҙо. "Көтә белгәндәргә һуң түгел" тигән Шағир, әле бына уйлап ултырабыҙ: һуң да түгел, иртә лә түгел, тап үҙ ваҡытында асыласаҡ Ҡотлоюл ауылы мәсете: 22 февралдә.
Автор:
Читайте нас