Бөтә яңылыҡтар
Иман
11 Апрель , 16:41

Күстәнәскә - икмәк

Ҡотлоюл ауылы яңы мәсеттәре булғанға ҡыуанып бөтә алмай.

Күстәнәскә - икмәк
Күстәнәскә - икмәк

Ауылдарының мәркәзенә әйләнде ул, мәсетте асҡан саҡта Айнур хәҙрәт: иман йортоғоҙ музейға әйләнмәһен, тигәйне, ҡотлоюлдармы һуң мәсет тупһаһын һыуыта торған кешеләр!

Үткән Ураҙа байрамын да бик елле итеп үткәргәйнеләр, бына бөгөн дә, йома көнөн, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәргәндәр. Инсаф хәҙрәттәре (рәхмәт төшкөрө, ҡулдары һыҙлауһыҙ булғыры) килгән йәмәғәткә күстәнәс тә өләшкән - икмәк. 

Алдағы көндәрҙә лә, берҙәм-бергә булып, иман юлынан тайпылмай йәшәргә яҙһын ине һеҙгә, ҡотлоюлдар! 

Автор:
Читайте нас: