Ишеттегеҙме әле?
1 Октябрь 2023, 06:15

Ваҡытлыса ҡойороҡ

Мәктәп хужаһыҙ тора алмай.

Ваҡытлыса ҡойороҡВаҡытлыса ҡойороҡ
Ваҡытлыса ҡойороҡ
Хужа тигәнебеҙ - директор. Был вазифаға кеше табыуҙары ла ауыр, Керәүлегә, ана, тапҡан һымаҡ инеләр (йәш, дәртле), әммә... Нимәһеләр килеп сыҡманы. Ахыры, аптырағас, Н. Ворошилованы ҡуйҙылар, бер йорттан ике түрә килеп сыҡты, ир - ауыл башлығы, ҡатын - мәктәп директоры. 
Абдул мәктәбе лә әле хужаһыҙ ҡалды, Данир Хөсәйенов Яҡшымбәт ауыл биләмәһе башлығы булып китте. Әммә мәктәп директорһыҙ оҙаҡ торманы, әле Аҡсурин Фәрғәт Юнир улын тәғәйенләгәндәр. Дөрөҫ, ваҡытлыса тигән ҡойороғо әле бар, тик был ҡойороҡ үҙе ваҡытлыса, башҡа ҡулайлы кеше юҡ тинеләр беҙгә. 
Фәрғәт Юнир улына уңыштар теләйбеҙ, мәктәп гөрләһен, унда балалар тауышы тынмаһын. 
Автор:
Читайте нас