Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
15 Апрель , 17:42

Ҡайғылар башҡа булмаһын

8 апрель беҙҙең өсөн бик ауыр көн булды.

Ҡайғылар башҡа булмаһын
Ҡайғылар башҡа булмаһын

Туғаныбыҙ менән хушлашырға ауылдаштарыбыҙ, туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ килеүе Андрейыбыҙҙың һәләк булыуы һәр береһенең күңелендә ауыр һәм тәрән яра булып яңғырауын сағылдырҙы. Мин үҙем дә гәзит биттәрендә һәләк булған яугирҙәребеҙ тураһында баҫылған мәҡәләләргә битараф ҡала алмайым, күңелем һәр береһенең ата-әсәһе, яҡындары менән бергә ҡайғыра. Яңыраҡ ҡына егерме генә йәшлек, тулыһынса тормош рәхәтлектәрен күреп йәшәп тә өлгөрмәгән егет һәләк булыуы тетрәндерҙе. Уйлап ҡараһаң, минең улым булырҙай ғына бала. Ундай хәбәрҙәрҙе ишетеү бик ауыр. Бер нисә көн шок хәлендә йөрөнөм. Шунан үҙебеҙҙең туғаныбыҙ яуҙа һәләк булған тигән ҡайғылы хәбәр беҙгә лә килеп етте.
Нисек кенә булмаһын, беҙ хәрбиҙәр ғаиләһе тип һаналабыҙ. Олатайыбыҙ Зариф Муллабай улы Ишмөхәмәтов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, атайыбыҙ Геннадий Зариф улы Афғанда үҙенең интернациональ бурысын үтәй, ағайыбыҙ Алексей Геннадьевич беренсе Чечен һуғышында була. Гел ҡурсалап ҡына йөрөткән кесе мырҙабыҙ Андрей Геннадьевич Махсус хәрби операцияһында һәләк булды. Йәштәрҙең арабыҙҙан китеүе бигерәк аяныслы. Һуғыш йәште, йәшәгең киләме юҡмы тип һорап тормай үҙ ҡорбанын таба шул. Андрей туғаныбыҙ курортта ял итмәй, ә дошмандарға ҡаршы һуғыша икәнен, әлбиттә, белдек һәм аңланыҡ. Нацизм нимә икәнен киң мәғлүмәт саралары аша беләбеҙ. Мин күп мәғлүмәтте уҡып белергә, айышына төшөнөргә тырышам, һәм Рәсәйебеҙ ниндәй "анаконда ҡуласаһында" булғанын, русофобия нисек рәхәтләнә икәнен аңлайым. Андрей туғаным: "Кемдер эшләргә, ә кемдер Тыуған илен һаҡларға тейеш", - тип әйткәйне. Шуның һымаҡ кемдер үҫеп килгән быуын өсөн үрнәк булырға, ә кемдер ошо быуын үҫһен өсөн шарттар булдырырға тейеш. Беҙҙе Америкала ла, Азияла ла, Европала ла, Ҡытайҙа ла көтөп ятмайҙар, ҡайҙа тыуғанбыҙ шунда беҙ кәрәкбеҙ. Тормошобоҙ ҙа зарланырлыҡ түгел. Шулай итеп кемдер балаларға белем бирә, кемдер кешеләрҙе дауалай, кемдер юлдар, йорттар һала, ә ҡайһы берҙәр Ватанды һаҡлау тигән һөнәр эйәһе була. Сөнки кемдер беҙҙең тыуған яҡтарыбыҙҙы һаҡларға, ҡурсаларға тейеш.
Андрей һәләк булды тигән ауыр хәбәрҙе алғандан бирле миңә мораль яҡтан терәк булған ауылдаштарыма, дуҫтарыма, ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашҡан ВК-ла булған дуҫтарыма бик ҙур рәхмәт.
Андрей туғаныбыҙҙы һуңғы юлға оҙатырға килгән ауылдаштарыбыҙға, коллегаларыма, апайҙарыбыҙ Ишмөхәмәтоваларға, Илкәнәйҙән әсәйебеҙ яғынан туғандарыбыҙ Әхтәмовтарға, Федоровка районы Юлдаштан Ҡотлоюловтарға, Михайловканан Дементьевтарға, Күмертауҙан, Ермолаевонан килгән туғандарыбыҙға рәхмәтлемен.
Ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашыусылаға, Андрейҙың класташтарына, дуҫтарына, Күмертау һәм Көйөргәҙе районының хәрби туғанлыҡ ойошмаһы ағзаларына, хушлашыу ваҡытында туғаныбыҙҙы йылы һүҙҙәр менән иҫкә алыусы Әминә апай Хөсәйеноваға, коллегам Гөлназа Юлдыбаеваға, ауыл биләмәһе хакимитенә һәм ауылыбыҙ мәҙәниәт йорто мөдире Альбина Килмәтоваға, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллинаға, район хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа ҙур рәхмәт.
Матди ярҙам күрһәтеүсе ауылыбыҙ валантерҙарына рәхмәттәр юллайым. Ауыр саҡтарҙа беҙгә ярҙам һүҙен йәлләмәгән "Юшатыр" гәзитенә рәхмәт.
Свобода ауылында ерләнде туғаныбыҙ. Ҡәбер ҡаҙыу эшен ойоштороусы Валерий һәм Владислав Даниловтарға ла сикһеҙ рәхмәтлемен.
Ошо ауыр ваҡытта беҙҙең яныбыҙҙа булғандарҙың һәр береһенә һаулыҡ, именлек теләйем.
Бындай ауыр ҡайғылар башҡа булмаһын. Яугирҙәребеҙ тиҙерәк иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнем ҡайтһын.
Татьяна ИСҠУЖИНА, Таймаҫ ауылы

Автор:
Читайте нас: