Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
7 Декабрь , 11:18

Һине уйламаған бер көнөбөҙ юҡ, балам

Ошо көндәрҙә минең ғәзиз балам, махсус хәрби операция яланында батырҙарса һәләк булған улыбыҙ – Айнур Франц улы ӘБДЕЛМӘНОВ тыуған тупрағына ҡайтып ятыуына бер йыл да булды.

Һине уйламаған бер көнөбөҙ юҡ, балам
Һине уйламаған бер көнөбөҙ юҡ, балам

Эскерһеҙ, ябай, ихлас күңелле, ярҙамсыл, йөҙөнән һис ҡасан йылмайыу китмәгән улыбыҙҙы уйламаған бер көнөбөҙ ҙә юҡ. Айнур улым олоһона ла, кесеһенә лә кешелекле, ихтирамлы булды.
Улыбыҙҙы юғалтыуыбыҙға бер йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, уны уйламаған бер көнөбөҙ ҙә юҡ, һағынабыҙ, юҡһынабыҙ.
Ғәзиз кешебеҙҙе белеүселәр, уның изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерле улыбыҙҙың ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын. Ул йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк, ул – мәңге беҙҙең хәтерҙә.
Мәрхүмдең атаһы, әсәһе һәм барлыҡ туғандары.

Беҙ Айнурҙың барлыҡ яҡындарының ауыр ҡайғыларын тағы бер ҡат уртаҡлашабыҙ, башҡаса бер кемгә лә бала ҡайғылары килтермәһен тип теләйбеҙ.

Айнур Әбделмәнов хаҡында беҙ яҙғандар: Ҡосаҡлашып ҡайтып төшөгөҙ,   Ике айҙан тыуған тупрағына ҡайтып ятты, Йәнең йәннәттә булһын, Айнур...

Автор:
Читайте нас