Хәтер
13 Мая , 09:58

Үҙең киттең, моңоң ҡалды

Фәнир Малбаевтың китабы сыҡты.

Үҙең киттең, моңоң ҡалдыҮҙең киттең, моңоң ҡалды
Үҙең киттең, моңоң ҡалды

Дөрөҫөндә, сығып килә. Фәнир Саҙретдин улының хәләл ефете Тамара апай теге саҡ уҡ сигнал экземплярын һеҙгә алып килермен тип вәғәҙә иткәйне, бына, һүҙендә торған. Эп-эҫе килеш килтереп еткергән.

Китапҡа Фәнир ағайҙың төрлө йылдарҙа, төрлө темаға яҙылған шиғырҙары ингән, фотолар менән дә матур итеп биҙәлгән. 

- Ул бит, илһамы килдеме, тота ла ҡәләмгә тотор ине, ә илһам ваҡытын, урынын һайлап тормай, иртән һикереп тора ла өҫтәл артына йүгерә, нишләй икән тиһәм, шиғыр яҙырға дәрте ҡуҙғалған, йә мунсала, йә башҡа ерҙә лә шулай булды, туҡта әле ти ҙә, ҡағыҙ, ҡәләм ала, - Тамара апай көлөп һөйләһә лә күҙҙәре моңһоу. Донъялағы иң яҡын кешеһен юғалтыу менән һаман килешә алмай. 

Үҙең киттең, ағай, ә моңоң ҡалды. "Күптән инде әйтер хистәрем бар" тип атала был йыйынтыҡ. Хистәрең булды, хатта артығы менән булды, Фәнир ағай, йәл, түкмәй-сәсмәй, уларҙы бөтәбеҙгә биреп бөтмәнең дә ахры. 

P.S. 22 майҙа тарихта тәүге тапҡыр  Ф. Малбаев премияһы 4 кешегә биреләсәк. 

Автор:
Читайте нас