

Бер беҙ генәме? Венер Хәмитовты яҡындан белгән һәр береһе (артистың юғары наградаға дәғүә иткәнен белгәндәр) был мәлде көттө, ә белмәгәндәре «Нишләп уға бирмәйҙәр икән, күптән кәрәк бит инде» тип уйланы.
...Уны тәү күргән мәл һаман иҫтә. Район хакимиәтенең ултырыштар залында (бик ҙур түгел ул, исеме үк әйтеп тороуынса, ултырып гәпләшер өсөн генә тәғәйен урын) ул бейене. Ниндәйҙер сара ине, шунда мәҙәниәтте лә саҡырғандар. В. Хәмитов башҡорт бейеүен бейегәйне, һоҡланып (беренсе тапҡыр күрәбеҙ, кит әле, беҙҙә лә бармы ни шундай таланттар?) тамаша ҡылып ултырған инек. "Браво" тип ҡысҡырҙыҡ. Бейеүсегә был тар зал, әлбиттә, етмәне, күңеле менән әллә ҡайҙарға, бейек тауҙар яғына осто, йылғалар өҫтөнән уҙҙы, хатта космосҡа тиклем барып етте кеүек. Артынан беҙ ҙә эйәрҙек.
Бынан ары уның менән әллә нисәмә сараларҙа, конкурстарҙа осраштыҡ, Яңы Морапталда әллә нисә ҡат булдыҡ. Серҙәш, фекерҙәшкә әйләндек, Венер Йәғәфәр улының нимә эшләгән, эшләмәгәнен бында теҙеп тормайбыҙ – барыһын да, ҡулдан килгәнсә, яҙып барҙыҡ. Ысын Мәҙәниәткә хеҙмәт иткән кеше икәненә гел инандыҡ – ул саҡырған ергә барһаң, ҡанатланып, дәртләнеп ҡайтаһың, күңелең таҙарына, бындай мөғжизәне, Мәҙәниәт көсөн Аристотель беҙҙең быуатҡа ҡәҙәр үк яҙып ҡалдырған – Катарсис.
Кисә ул, ниһайәт, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исемен алды! Һәр саҡтағыса, яңылығы менән шунда уҡ беҙҙең менән бүлеште, шатлығынан беҙгә лә өлөш сыҡты, теге саҡтағыса, уның күңеленә эйәреп беҙ ҙә һауаларға ынтылдыҡ.
Ҡотлайбыҙ һине, Венер дуҫ, йәшерене юҡ, беҙ ҙә был тарихи ваҡиғаны, һинең менән бергә, көттөк һәм, Аллаға шөкөр, көтөп алдыҡ. Алдағы тормошоңда, ижадыңда уңыштар теләйбеҙ (әле Халыҡ тигәнен алаһы бар), аяҡтарың сәхнәләрҙә бейеһә лә, ерҙе тоймаһын, күңелең гел юғарыла булһын.
Алдараҡ: Талант эйәһе