Бөтә яңылыҡтар

Шул хәҙәрем күңеле булды

Йөрәктән сыҡҡан иң изге рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәһебеҙ килә, иң яратып укыған газетабыҙ "Юшатыр" аша.

Шул хәҙәрем күңеле булды
Шул хәҙәрем күңеле булды

Ауылыбыҙҙа шундай күркәм, бер бик матур йола бар, ветеран юбилярҙарҙы өйҙәренә барып ҡотлау!

Яҡут ауылы китапханаһында бик күп йылдар эшләп килғән " Күңел нуры" түгәрәге ағзалары, ял көндәрендә әсәйем Ҡәҙерғолова Зөбәржәт Зәйнетдин ҡыҙын оло юбилейы менән килеп ҡотланылар.
Күңелебеҙ түрҙәрендә ошо аҡыллы, уңған, тырыш килендәргә бик риза булып ҡалдыҡ!
Йөрәктән сыҡҡан иң изге рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәһебеҙ килә, иң яратып укыған газетабыҙ "Юшатыр" аша.
Һәр ваҡыт ошолай ауырымай- һыҙланмай, ошондай изге юлда йөрөргә яҙһын бик күп йылдар һеҙгә "Күңел нурҙары"!
Әсәйебеҙҙең шул хәҙәрем күңеле булды, матур бүләктәр тапшырып, йырҙар йырлап, төрлө һорауҙар биреп юбилярҙы йәшлек йылдарына алып ҡайттылар, ҡыҙыҡлы һорауҙар биреп әсәйемде көлдөрөп тә алдылар; иң ҡыҙыҡлы һорау ошолайыраҡ булды; Ошо үткән ғүмереңде яңынан ҡабатларға риза булыр инеңме?- тигәс.
Әсәйем кинәт кенә Юҡ!- тип, үткән ғүмерен барланы , бик фәһемле итеп, йөрәккә үтерлек итеп бар яҙмышын һөйләне лә һөйләне.
Ошо хәҙәрем изге эш эшләп, матур йолаларҙы ташламай, ололарҙы хөрмәтләп килеп ҡотлауҙары, үҙе оло бер ҡыуаныс!

Иң изге теләктәр менән, ветеран, һуғыш балаларының ҡызы, Азнабаева Венера Әнүр ҡыҙы!

Автор:
Читайте нас: