Йәмғиәт
24 Август 2023, 12:51

Шатлыҡ менән һағыштар

Рәйфә апай тураһында күп яҙҙыҡ.

Шатлыҡ менән һағыштарШатлыҡ менән һағыштар
Шатлыҡ менән һағыштар
Йәл, һәр саҡ ҡыуаныслы ғына яңылыҡтар биреп булманы - донъя гел беҙ теләгәнсә генә бармай. 
Былтыр улы ҡайтты, әрменән, офицер, был ваҡиғаға Абдул ауылы ғына түгел, бөтә район илереп ҡыуанды. Торараҡ, быйыл, ул беҙҙән бүләк отто. "Юшатыр"ҙың бүләген, бәләкәй генә булһа ла, күңел өсөн, моғайын, ярап ҡалғандыр тип беҙ ҙә апайбыҙ менән бергә шатландыҡ. Инде имен генә йәшәп ятабыҙ тиһәк.... Рәйфә Яҡупованың хәләле мәрхүм булды. Ҡайғы уртаҡлаштыҡ. Иш янына ҡуш, апайыбыҙҙың ике улы ла ут эсендә йөрөй... Бөгөн билдәле булды: бер малайы "Батырлыҡ өсөн" орденына лайыҡ булған... Район башлығы үҙенә Рәхмәт хаты тапшырған... Шатлыҡ менән бергә һағыштар... Орденлы улының позывнойы мәғәнәле икән - "Большой", йәғни, ҙур, дәү тигәнде аңлата. Рәйфә апайыбыҙға бер генә теләк теләйбеҙ: һағышлы мәлдәр тиҙерәк үтеп, ике улығыҙҙы ла йылы ҡосаҡҡа ҡосорға яҙһын. Бәхетегеҙ, малайығыҙ һымаҡ, ҙур булһын. 
Автор:
Читайте нас