Йәмғиәт
25 Февраль 2024, 06:34

Улым өсөн ҡайғырҙым

Мин дә үҙемдең фекеремде еткерергә булдым әле, Фирҙәүес апай кеүек.

Улым өсөн ҡайғырҙымУлым өсөн ҡайғырҙым
Улым өсөн ҡайғырҙым

Һайлауҙар ваҡыты бит инде, көҙҙөң йылы көнө, күршеләр менән ҡапҡа төбөндә ултырабыҙ. Бер күршем әйтә, Лена апай, һөйөнсө, ти. Мин аптырап ҡалдым, ниндәй һөйөнсө ти тағын, тыуаһы бәпестәр тыуып бөттө, тим. Әйҙә күтәрәбеҙ үҙен, тип шаярталар, нимә булған
һуң, тим һаман. Лена апай, Данирыңды ҙур кеше итеп ҡуйғандар бит, ти күршем. Аптыраным да ҡалдым, нимә тинең, тип ҡабат-ҡабат һораным, шулай-шулай, тиҙәр ҡабатлап. Әстәғәфирулла тәүбә, әтәһе урынынмы, тим, эйе, тиҙәр. Үҙемдең баштан үткән, бик ауыр, бик яуаплы эш, ғаиләнең дә ярҙамы кәрәк. Әтейҙәре Роберт шофер булып эшләгәндә силсәүит итеп ҡуйғайнылар, хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләне. Ете ауыл, машина юҡ, ат заманы, районға ла ат менән саба, төндәрен ҡайтып керә, үҙем генә беләм инде. Шуға күрә, улымды ла ошо урынға ҡуйғас, бик ҡайғырҙым. Балам, эшләгән урының тыныс ине бит, тип тә әйтеп алдым. Һуңынан күнегеп, ярар, улым, иҫәнһау ғына эшлә инде, тип ризалығымды бирҙем. Эшләй алырын белеп ҡуйғандарҙыр әле, тип аҙаҡтан ҡыуандым. Улыма эштәрендә уңыштар теләйем, илдәрҙә тыныслыҡ булһын, ауылдар менән берҙәм булып, бергә йәшәргә яҙһын, Алла бирһә!
Лена ХӨСӘЙЕНОВА, Абдул ауылы.

Автор:
Читайте нас